Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июль 2018, 10:10
Төбәктә ҡаты һәм һутлы мал аҙығы күләменең өстән бер өлөшө әҙерләнгән
БР Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостанда ҡаты һәм һутлы мал аҙығы күләменең өстән бер өлөшө әҙерләнгән, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Бөтәһе 921 мең тонна сенаж һәм 391 мең тонна бесән әҙерләнгән: шартлы мал башына 11 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған (планда 30 центнер мал аҙығы берәмеге). Ул былтырғы мал аҙығы әҙерләү тиҙлеге менән тиң.
Мал аҙығы менән тәьмин ителгәнлек буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Бөрө һәм Илеш райондарында. Бында 17,1-18,9 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1188142-v-bashkirii-zagotovlena-tret-obemov-grubykh-i-sochnykh-kormov/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
мал аҙығы
сенаж
бесән
Читайте нас: