04:25 (UTC+5), 20 Июля 2018

Башҡортостанда йәшәүселәр 3,4 миллиард һумлыҡ транспорт һалымы түләгән

http://tv2.today
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәр 2017 йыл өсөн бөтәһе 3,4 миллиард һум транспорт һалымы түләгән. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, һалым 1,3 миллион транспорттан (2016 йылға ҡарағанда 20 мең берәмеккә күберәк) түләнгән. 1,2 миллион транспорт сараһы физик берәмектәргә теркәлгән.
Ҡиммәтле автомобилдәр һаны (3 миллион һумдан ашыу торған) 419-ға артҡан һәм 2241 тәшкил иткән. Уларҙың яртыһы (1125) шәхси биләмәлә. Ҡиммәтле машиналар буйынса һалым 74,3 миллион һум сыҡҡан.
1 миллиондан ашыу транспорт хужаһы (уларҙың 91 проценты – физик берәмектәр) 1,6 миллиард һумға ташламалар менән файҙаланған. Шул иҫәптән 54 миллион һумға ташламаны «Платон» системаһында теркәлгән 829 йөк машинаһы хужаһы алған.
Ойошмалар 2018 йылдың 1 февраленән ҡалмай 2017 йыл өсөн транспорт һалымын үҙаллы иҫәпләргә һәм түләргә тейеш булған, тип хәтергә төшөрә Федераль һалым хеҙмәте идаралығы. 2018 йылдың 1 июненә ойошмаларҙың транспорт һалымы буйынса бурысы 163 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Физик берәмектәр өсөн транспорт һалымын түләү ваҡыты – 2018 йылдың 3 декабренә тиклем. Мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары 2018 йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр таратылырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1188136-zhiteli-bashkirii-zaplatili-transportnyy-nalog-na-3-4-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика