Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль 2018, 15:20

Өфөлә бензинға хаҡтар элекке кимәлдә ҡала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә бензинға һәм дизель яғыулығына уртаса ҡулланыу хаҡтары элекке кимәлдә ҡала. 9 июль менән сағыштырғанда, республиканың баш ҡалаһында хаҡтарҙың артыуы теркәлмәне, тип хәбәр итә Башҡортостастат.
Әле Өфөлә бер литр дизель яғыулығының уртаса хаҡы 43,85 һумға етә. АИ-92 маркалы бензиндың бер литры – 40,59 һум, АИ-95 – 43,63, АИ-98 – 47,87 һум.
Уҙған йылдың 17 июле менән сағыштырғанда, Башҡортостандың баш ҡалаһында дизель яғыулығына хаҡтар 14,6 процентҡа артҡан. Был ваҡыт эсендә 92-се безин – 11,8 процентҡа, 95-се 10,9 процентҡа ҡиммәтләнгән, тип йомғаҡланы статистиктар.
http://www.bashinform.ru/news/1187931-tseny-na-benzin-v-ufe-derzhatsya-na-prezhnem-urovne/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: