04:30 (UTC+5), 19 Июля 2018

Дәүләт Думаһы НДС-ты күтәреү тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап өҫтәлгән хаҡҡа һалымды (НДС) 18-ҙән 20 процентҡа тиклем күтәреү тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Хөкүмәт уны Дәүләт Думаһына 16 июндә индерҙе, беренсе уҡыу 3 июлдә үтте, 16 июлдә закон проектын Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалым буйынса комитеты икенсе уҡыуға хупланы, тип хәтергә төшөрә «Ведомости».
Закон проекты менән шулай уҡ мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәләренең тарифы билдәләнә. Хәҙер законда регрессив шкала беркетелгән – тариф эш хаҡына бәйле. Ул 85 000 һумдан түбән булһа, тариф – 22 процент, юғары икән – иғәнә артыуҙан 10 процент ставкаһы буйынса түләнә.
Закон проекты нигеҙен башҡарған Финанс министрлығы иҫәптәре буйынса, НДС-ты 2 процентҡа арттырыу бюджетҡа киләсәктә артабанғы үҫеш менән йылына өҫтәмә 620 миллиард һум бирәсәк. Өҫтәлгән хаҡҡа һалымды 20 процентҡа тиклем арттырған хәлдә дә инфляция 2019 йылда 4-4,5 процент кимәлендә ҡаласаҡ, тип иҫәпләй Финанс министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1187691-gosduma-prinyala-zakonoproekt-o-povyshenii-nds-vo-vtorom-chtenii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика