07:55 (UTC+5), 16 Июль 2018

Башҡортостанда яңы автобус сығарырға һәм Голландия технологиялары буйынса теплица төҙөргә күҙаллайҙар

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеген дөйөм 2,2 миллиард һум инвестиция күләме менән дүрт яңы проект тулыландырҙы, тип хәбәр иттеләр республикалағы Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ошо проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырғанда төбәктә 140 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Башҡортостандың яңы өҫтөнлөклө проекттары араһында – йылына 1000 берәмеккә тиклем 42ХХ яңы пассажир автобусы моделен сығарыу буйынса инвестиция проекты.
Ҙур проекттың инвесторы булып «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Финанслау күләме 149 миллион һум тәшкил итә. Проектты 2018-2019 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙалланған. Уның ярҙамы менән төбәктә 20 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Өфө районының «Алексеевка» совхозында 2,5 гектар майҙанда теплицаны ассимиляция яҡтыртыу системаһы менән тәьмин итеү һәм Голландия технологияларын ҡулланып, 5 гектар майҙанда яңы теплица төҙөү күҙаллана.
Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, инвестиция проекты «Башҡортостанда иҡтисади хәлде яҡшыртыуға, республика продукцияһының конкуренция һәләтлеген үҫтереүгә, баҙарҙы бөтә халыҡ ҡатламы һатып алырлыҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлек менән байытыуға йүнәлтелгән».
Бынан тыш, инвестиция проекты «Алексеевка» совхозының 2016-2021 йылдарға 5 гектар майҙанда яңы теплицалар төҙөү һәм дөйөм 30 гектар майҙанда иҫке теплицаларҙы яңыртыу буйынса инвестиция программаһының бер өлөшө булып тора. Дөйөм инвестиция күләме – 1,4 миллиард һум.
Проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – 2018-2039 йылдар. Дөйөм алғанда, «Алексеевка» совхозында 54 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Икенсе инвестиция проекты «Учалы элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә майлы культураларҙы майға һәм төпрәгә эшкәртеүгә йүнәлтелгән.
Инвестиция күләме 311 миллион һум тәшкил итә. Проектты 2020 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Социаль һөҙөмтә – яңы 36 эш урыны булдырыу.
Шулай уҡ республиканың Учалы районында изоляция түбә ябыу материалдарын етештереүҙә ҡулланылған грануланы етештереү өсөн төҙөлөш таштары карьерын эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
«СтройМинерал» заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уның инвесторы булып сығыш яһай. Был проектты уңышлы ғәмәлгә ашырған осраҡта йыл һайын 200 мең тонна төҙөлөш ташы сығарыу күҙаллана.
Дөйөм инвестиция күләме 121,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда 30 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2018-2020 йылдарға күҙалланған.
Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм 195 миллиард һумдан ашыу торған бөтәһе 57 проект бар. Ошо проекттар ярҙамында төбәктә 12,5 меңдән ашыу яңы эш урыны ойоштороп буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1186446-v-bashkirii-planiruyut-vypusk-novykh-avtobusov-i-stroitelstvo-teplitsy-po-gollandskim-tekhnologiyam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика