09:40 (UTC+5), 13 Июль 2018

Республикала Нура йылғаһы аша күпер асылды

Белорет районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Республиканың Белорет районында Нура йылғаһы аша күпер асылды. Тантаналы ваҡиға Белорет ҡалаһының 256 йыллығына арналды. Унда Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Ломовка ауыл советы хакимиәте башлығы Сергей Федоров һәм Ломовка ауылы халҡы ҡатнашты.
Нура йылғаһы аша күпер ремонты 2017 йылдың июлендә башланған һәм ваҡытынан ике йыл алда тамамланған. Уның буйлап һәр ҡайһыһы өсөшәр метр киңлектә ике һыҙатлы юл үтә, үҙе юл билдәләре һәм барьер кәртәләре менән йыһазландырылған. Йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнгән.
Владислав Миронов Өфө ҡалаһынан «Инженер системалары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
«Был беҙҙең халыҡ өсөн бик мөһим ваҡиға. Нура йылғаһы аша күпер ҡаланы ауылдар менән генә бәйләп ҡалмай, Белорет ҡалаһына тағы ла бер урау юлды асты. Пассажирҙар ташыусы маршрут автобустары яңынан үҙ эшен башлап ебәрәсәк», - тине район башлығы.
Урындағы халыҡ исеменән рәхмәт һүҙҙәре менән Ломовка ауылы Ветерандар советы рәйесе Зоя Мосалева сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 5
http://www.bashinform.ru/news/1185977-v-bashkirii-otkryli-most-cherez-reku-nura/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика