06:30 (UTC+5), 13 Июля 2018

Күмертау теплица комплексы Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына ингән

Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙең күп профилле муниципаль берәмектәре биләмәһендә ойошторолған йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестры 10 июлдә 150 резидент менән тулыланды.
Күмертау хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, «Күмертау теплица комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – ҡаланың унынсы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе.
«Төҙөлөштә файҙаланыу өсөн бетондан изделиелар етештереү» проектын алып барған предприятиеның эшмәкәрлек төрө «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырырға рөхсәт ителгән иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре исемлегенә индерелгән», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Тимер-бетон изделиеларын эшләү, һуңынан теплица комплексын төҙөү буйынса етештереүҙе ойоштороу инвестиция проектының маҡсаты булып тора. Проект реестрға индерелгән көндән башлап беренсе йылда 11,5 миллион һум күләмендә инвестиция һалыуҙы күҙ уңында тота.
Бынан тыш, резидент айына 25 мең һум уртаса эш хаҡы менән 20 яңы эш урыны булдырырға күҙаллай. Проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – 2018-2020 йылдар.
http://www.bashinform.ru/news/1185872-kumertauskiy-teplichnyy-kompleks-voshel-v-reestr-rezidentov-territoriy-operezhayushchego-sotsialno-e/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика