Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.93
-1.07
95.67
-1.16
65.89
+0.43
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2018, 11:00

Өфөлә урамдар иллюминацияһына 115 миллион һумдан ашыу тотоналар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың баш ҡалаһында өс урамды ноябрь айына тиклем иллюминация менән биҙәү күҙаллана. Был турала дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған документта хәбәр ителә. Эштең иң ҙур хаҡы – 115 миллион 121 мең һум.
Техник бурыста аукционда еңгән предприятие Цюрупа – Ибраһимов бульварынан Зәки Вәлидигә тиклем, Беренсе май – Ульяновтарҙан Машина эшләүселәргә тиклем, Октябрҙең 50 йыллығы – Минһажевтан Әйгә һәм Минһажевтан Үҙәк баҙарҙағы ҡулсаға тиклем урамдарҙа яҡтыртыу системаһы монтажын эшләргә тейеш тиелгән. Аукцион 6 авгусҡа билдәләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1185476-ufa-potratit-na-illyuminatsiyu-bolee-116-millionov-rubley/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: