06:00 (UTC+5), 11 Июль 2018

Республикала «халыҡ контролерҙары» ҡымыҙ сифатын тикшерҙе

Гөлнара Мостафина
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Республиканың Баймаҡ районында «Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә ҡымыҙ сифатын тикшереү буйынса рейд үтте. Активистар тәм сифатын, бейә һөтөн эшкәртеү процесының санитар нормаларын һәм башҡорт милли эсемлеген һатыу урындарында һаҡлау шарттарын тикшерҙе. Тикшереү өсөн ҡымыҙ төрлө һатыу урындарында – туристик зоналарҙа, юл эргәһе сауҙа нөктәләрендә һәм шәхси йорттарҙа һатып алынған.
Мониторинг йомғаҡтары буйынса контролерҙар үҙенең бик яҡшы тәм сифаттарына күрә Темәс ауылында етештерелгән Рәсүл Арыҫланов хужалығының ҡымыҙы халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыуын асыҡлаған.
«Беҙҙең төп бурыс файҙалы эсемлектең сифатын, әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу шарттарын тикшереү булды. Ҡымыҙ – ул республикабыҙҙың милли байлығы, уның бренды. Шуныһы ҡыуаныслы, Баймаҡ районы етештереүселәре халҡыбыҙҙың ҡымыҙ эшләү йолаһын намыҫлы, һәм сифатлы дауам итә. Районда йәшәүселәр үҙ продукцияһын туристарға, «Талҡаҫ» тәбиғи ҡурсаулығына килгән ҡунаҡтарға, Граф күле буйында ял итеүселәргә тәҡдим итә. Баймаҡ ҡымыҙы хаҡлы рәүештә иң яҡшыһы булып һанала», - тип һөйләне Гөлнур Ҡолһарина.
http://www.bashinform.ru/news/1184922-v-bashkirii-narodnye-kontrolery-proverili-kachestvo-kumysa-/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика