09:50 (UTC+5), 11 Июля 2018

Башҡортостан аграрийҙары тейешле бесән һәм сенаж күләменең өстән бер өлөшөн әҙерләгән

БР Ауыл хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда яҡынса 300 мең гектар күп йыллыҡ үлән йәғни бөтә күләмдең 61 проценты сабылған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Мәҫәлән, Саҡмағош районында эштәр ахырына яҡынлаша, бында күп йыллыҡ үләндәр майҙанының 95 проценты сабылған, ә бесән һәм сенаж кәрәкле күләмдең яртыһы әҙерләнгән.
Баҡалы һәм Шаран райондарында 15 проценттан кәм үлән сабырға ҡалған. Бесән әҙерләү күләме буйынса Ейәнсура районы алдынғы килә. Бында 10,1 мең тонна мал аҙығы әҙерләнгән. Сенажды соҡорға иң күберәге дүртөйлөләр һалған – 53,6 мең тонна.
Республика буйынса бөтәһе 229 мең тонна бесән һәм 555 мең тонна сенаж әҙерләнгән, ул тейешле күләмгә ҡарата 31% һәм 33% тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1184936-agrarii-bashkirii-zagotovili-tret-ot-nuzhnykh-obemov-sena-i-senazha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика