06:35 (UTC+5), 10 Июля 2018

Башҡорт ҡарабойҙайы Липецкиҙа Баҫыу көнөнә үҫтерелгән Рәсәй флагының бер өлөшө булды

Башҡортостан ауыл хужылғы ғилми-тикшеренеү институты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡорт ҡыҙыл һабаҡлы ҡарабойҙай баҫыуы Бөтә Рәсәй Баҫыу көнөнә (5-7 июлдә үтте) Липецк сорт һынау станцияһы биләмәһендә үҫтерелгән Рәсәй флагының бер өлөшө булды.
Флагтың төҫтәре ҡарабойҙайҙың ҡыҙыл сәскәләре, етендең зәңгәр сәскәләре һәм аҡ сәскәле ҡарабойҙай ярҙамында төшөрөлгән.
Башҡорт ҡыҙыл һабаҡлы ҡарабойҙай төрөн Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү иститутының авторҙар төркөмө сығарған. Ул 2009 йылда селекция ҡаҙаныштарының Дәүләт реестрына индерелгән. Уның япраҡтарында һәм һабағында ҡиммәтле фармакология препараты рутинды етештереү өсөн перспективалы сеймал материалы булған бик күп флавоноид матдәһе бар. Уның биомассалағы күләме ябай ҡарабойҙайҙағы күрһәткестән 1,5-2 тапҡырға артып китә һәм традицион сеймал сығанағы – япон софораһы орлоҡтары күрһәткесенә яҡыныраҡ. Сорт ҡалдыҡһыҙ ҡарабойҙай үҫтереү технологияһы өсөн ҡулайлаштырылған, тип һөйләнеләр институтта.
Сорттың республикала уртаса уңышы һынау йылдарында гектарынан 15,4 центнер тәшкил итте. Иң юғары уңыш – гектарынан 26,8 центнер – 2011 йылда Дүртөйлө ерендә алынған.
http://www.bashinform.ru/news/1184530-bashkirskaya-grechikha-stala-chastyu-vyrashchennogo-flaga-rossii-na-dne-polya-v-lipetske-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика