Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.22
-0.11
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2018, 09:00

Өфөлә бензинға хаҡтар элекке кимәлдә ҡала – статистика

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Башстаттың 2 июлдә баҫып сығарған аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бензинға ҡулланыу хаҡтары элекке кимәлдә ҡала. 2018 йылдың 25 июне менән сағыштырғанда яғыулыҡ хаҡы үҙгәрмәгән.
Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә дизель яғыулығының литры уртаса 43,85 һум тәшкил итә. АИ-92 маркалы бензин водителдәргә 40,59 һумға, АИ-95 — 43,63, АИ-98 47,87 һумға төшә.
Уҙған йылдың 3 июле менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығына хаҡтар 14,6 процентҡа артҡан. 92-се бензин — 11,8, 95-се — 10,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1183996-v-ufe-tseny-na-benzin-stabilny-statistika/
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: