10:00 (UTC+5), 09 Июля 2018

Башҡортостан электричкалары ярты йылда 2 миллиондан ашыу пассажир ташыған

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәттәре менән 2018 йылдың алты айында 2 миллион 300 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының транспорт хеҙмәтләндереү зонаһы өс мең саҡрымдан артып китә. Көн һайын Башҡортостандан, Мордовиянан, Пенза, Ульяновск, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 20 меңләп кеше ҡала яны тимер юл ташыусыһы пассажиры була. Улар иҫәбендә - 162 мең федераль льгота алыусы, 249 мең – төбәк льготнигы, шулай уҡ 260 мең мәктәп уҡыусыһы, уҡыусы һәм студент.
Белгестәр фекеренсә, ҡала яны тимер юл транспорты иң осһоҙ һәм социаль йүнәлешле, ә уға тарифтар элеккесә башҡа транспорт төрҙәренә юл хаҡынан түбәнерәк булып ҡала, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат секретары Сергей Спатар.
http://www.bashinform.ru/news/1184296-bashkirskie-elektrichki-perevezli-za-polgoda-bolee-2-mln-passazhirov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика