Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2018, 16:35

Ауыл хужалығы министрлығы 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ белгестәрҙе һайлап алды

rg.ru
rg.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәр ҡайһыһы 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ 60 йәш белгесте һәм 300-шәр мең һум аласаҡ 21 урта махсус белем биреү тамамлаусыны һайлап алған. Финанс ярҙам Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бойороғона ярашлы республика бюджетынан бүленә.
Комиссия бөтәһе 34 райондағы 93 ауыл хужалығы предприятиеһынан ғаризалар алған. Уларҙа 2013-2018 йылдарҙа уҡыу йорттарын тамамлаған: агрономдар, зоотехниктар, ветеринарҙар, инженерҙар, бухгалтерҙар, аудиторҙар һәм башҡалар эшләй. Юғары белемле белгестәр буйынса – 69, урта белемлеләр буйынса – 24 ғариза килгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1184377-minselkhoz-bashkirii-otobral-spetsialistov-kotorye-poluchat-gospodderzhku-v-500-tysyach-rubley/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: