10:55 (UTC+5), 06 Июля 2018

Республикала туристар өсөн 150 саҡрым оҙонлоҡта Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар

БР Экология министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар. Походҡа Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Экология министрлығы белгестәре сыҡты. Маршрут Белореттан башлана, Еләктау түбәһе аша бара, Отнурок ауылына төшә, һуңынан Яланғас тауы аша Торналар һаҙлығына үтә. Артабан маршурт Инйәр тештәре, Көмәрҙәк һәм Баштау һырттары аша «Ирәмәл» тәбиғәт паркы аша уҙа.
Маршрут оҙонлоғо яҡынса 140-150 саҡрым тәшкил итә. Уртаса статистик турист был арауыҡты бер аҙна эсендә үтә ала. Рекорд ҡуйыусылар ҙа бар – Кирилл Фронюк был араны 36 сәғәт эсендә үткән. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул тәжрибәһе хаҡында һөйләй.
Походта ҡатнашыусыларҙың маҡсаты – маршрутты маркировкалау, билдәләр эшләү, уның тасуирламаһын һәм картаһын әҙерләү. Был эш тамамланғас туристар яңы маршрут менән үҙаллы йәки туроператорҙар аша файҙалана ала, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1183318-v-bashkirii-prokladyvayut-dlya-turistov-bolshuyu-yuzhnouralskuyu-tropu-protyazhennostyu-v-150-km/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика