12:10 (UTC+5), 05 Июля 2018

Күмертауҙа иген баҙарының торошон тикшерәләр

youtube.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 11 июлдә Күмертауҙа «Иген конференцияһы» үтә, унда Рәсәй Иген Союзы башлығы Аркадий Злочевский һәм уның коллегалары, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Милли сауҙа биржаһы, «Иген сифатын баһалау үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре, трейдерҙар, шулай уҡ республиканың һәм сиктәш төбәктәрҙең алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары һәм элеватор комплексы предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Белгестәр иген баҙарындағы хәлде, уңыш һәм хаҡтар буйынса фараздарҙы, халыҡ-ара баҙарына сығыу механизмдарын, иген эшкәртеү һәм һаҡлауҙа яңы технологияларҙы, шулай уҡ логистиканы һәм биржала һатыуҙы тикшерәләр. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың заманса элеваторында – Маяҡ ҡасабаһында яңы май һығыу заводында булырға күҙаллай.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала дөйөм киптереү ҡеүәте сәғәтенә 2,7 мең тонна тәшкил иткән 2 миллион тонна һыйышлы 33 элеватор һәм ашлыҡ ҡабул итеү пункты бар. Башҡортостан предприятиеларында – бер ваҡытта иген һаҡлау ҡеүәте – 4 миллион тоннанан ашыу.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың тәүге дүрт айында республика 15 миллион долларға игенде сит илгә сығарған, ул агросәнәғәт комплексында экспорт структураһында 49 процент тәшкил итә. Төп экспорт культуралары – бойҙай, арпа, ҡарабойҙай һәм майлы культуралар. Башҡортостан игенен Азербайжан, Монголия, Латвия, Литва, Белоруссия, Бельгия, Египет, Иран, Израиль, Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстаны һатып ала.
http://www.bashinform.ru/news/1182876-v-kumertau-obsudyat-sostoyanie-rynka-zerna/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика