09:15 (UTC+5), 03 Июля 2018

Өфөгә Санкт-Петербургтың бизнес-даирәһе делегацияһы килә

behtakar.ir
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 июлдә Өфөгә медицина учреждениелары, сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы һәм башҡа эшлекле өлкә вәкилдәре менән Санкт-Петербургтың бизнес-делегацияһы килә. Делегацияны Санкт-Петербургтың Сәнәғәт сәйәсәте һәм инновациялар буйынса комитеты рәйесе Максим Мейксин етәкләй.
Сәфәр сиктәрендә «Санкт-Петербургтың һәм Башҡортостан Республикаһының сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге: мөмкинлектәр һәм перспективалар» конференцияһын уҙғарыу күҙалланған. Икенсе көндө, 5 июлдә, «Медицинала импортты алмаштырыу: Санкт-Петербургтың һәм Башҡортостан Республикаһының эшмәкәрлеге өсөн мөмкинлектәр» түңәрәк өҫтәле, эшлекле бәйләнештәр биржаһы, республика ведомстоваларының, ҡала хакимиәтенең осрашыуы була, «Өфө» индустриаль паркына һәм Өфөнөң бер нисә предприятиеһына барыу ҡаралған.
«Башҡортостандың эшлекле даирә вәкилдәрен осрашыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ҡатнашыуға ғаризаларҙы предприятие исемен, исем-шәрефтәрҙе, вазифаларҙы һәм бәйләнеш мәғлүмәттәрен ирекле формала яҙып, 2763036@tpprb.ru адресына ебәрергә була. Белешмә өсөн телефон:8 (347) 276-30-36», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында.
http://www.bashinform.ru/news/1181774-v-ufu-priedet-delegatsiya-biznes-krugov-sankt-peterburga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика