Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июль 2018, 10:00

Баш ҡала йәштәре вакансиялар йәрминкәһендә эш таба ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 5 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһе үтә.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәргә тәҡдим ителгән вакантлы эш урындары араһында – администратор, тәрбиәсе, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, бармен, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы, етештереү һәм хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусы һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарының торошо тураһында мәғлүмәт биреү, психолог кәңәше алыу һәм компьютерҙа һөнәри йүнәлеш диагностикаһы үткәреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1180262-molodezh-ufy-smozhet-nayti-rabotu-na-yarmarke-vakansiy/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: