08:24 (UTC+5), 29 Июнь 2018

Төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты федераль субсидия алыуға дәғүә итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2019 йылда «Ипотека һәм ҡуртым торлағы» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә һәм йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә федераль субсидия алыу өсөн төбәктәрҙән ғаризалар ҡабул итә башланы.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тейешле ғариза әҙерләй.Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаларын дәртләндереү буйынса сара барышында республика торлаҡ төҙөлөшөнөң яңы биҫтәләрен булдырыу буйынса проекттарҙы инфраструктура менән тәьмин итеүгә, ә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сара барышында 35 йәшкә тиклемге ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу һәм ипотека кредиттарын ҡаплау өсөн социаль түләүҙәр биреүгә субсидиялар алыу мөмкинлеге бар.
«Ошо сараларҙа төбәктәр йылдан-йыл күберәк ҡатнаша. 2016 йылда - 65, 2017 йылда - 75, быйыл иһә 77 субъектта йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелде. 2017 йылда Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 14 273 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Берлектә финанслау шарттарында уларға 4,23 миллиард һум йүнәлтелгән», - тип хәбәр итә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1180149-gosstroy-bashkirii-pretenduet-na-poluchenie-federalnykh-subsidiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика