Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2018, 13:50

Өфөлә бензинға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала – статистика

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Өфөлә бензинға уртаса ҡулланыу хаҡтары элекке кимәлдә, тип билдәләй Башҡортостанстат.
Аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала дизель яғыулығының литры уртаса 43,85 һум тора.
АИ-92 маркалы бензиндың литры автоһәүәҫкәрҙәргә 40,59 һумға төшә. Әлеге мәлдә 95-се бензиндың уртаса хаҡы – 43,63 һум, 98-сенең литры 47,87 һум тәшкил итә.
Уҙған йылдың 26 июне менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығы 14,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. АИ-92 маркалы бензин – 11,8, АИ-95 10,9 процентҡа, тип йомғаҡ яһай статистиктар.
http://www.bashinform.ru/news/1179738-tseny-na-benzin-v-ufe-ostayutsya-neizmenny-statistika/
Читайте нас: