03:55 (UTC+5), 27 Июнь 2018

Республикаға Даниянан 388 баш саф тоҡомло сусҡа индерелгән

villaved.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан ит компанияһы»ның селекция-генетика үҙәгенә Даниянан 388 сусҡа беренсе партияла килтерелгән. Дания предприятиеларында дюрок һәм йоркшир тоҡомло бөтәһе 750 баш мал һайлап алынған. Ҡалғандарын киләһе партиялар менән илтеп бирәләр.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Башҡортостан ит компанияһының селекция-генетика үҙәге һимертеү өсөн гибрид йәш мал алыуға иҫәпләнгән. Компания сусҡаларҙың ике генетик төрөн үрсетеү менән шөғөлләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы йоркшир, дюрок һәм ландрас тоҡомдарында күрһәтелгән, сөнки өс тоҡомло аталандырыу ит етештереүҙә генетик эш нигеҙе булып тора.
«Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ТАВРОС компаниялар төркөмөнә инә. Башҡортостан биләмәһендә компания инвестиция проекттары сиктәрендә Благовар, Бүздәк һәм Шишмә райондарында сусҡа үрсетеү һәм һимертеү буйынса өс комплекс төҙөгән. 5600 баш инә сусҡаға иҫәпләнгән селекция-генетика үҙәге быйыл эшләй башланы.
http://www.bashinform.ru/news/1178584-v-bashkiriyu-pribyli-388-chistoporodnykh-sviney-iz-danii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика