11:11 (UTC+5), 27 Июнь 2018

Илдең дүрт төбәгендә үҙенә эшләгән граждандар өсөн һалымды һынап ҡарайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең дүрт төбәгендә үҙенә эшләгән граждандар өсөн яңы һалымды һынап ҡарайҙар. 2019 йылдың 1 ғинуарынан Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, Татарстанда һәм Калуга өлкәһендә үҙенә эшләгән граждандар (бала ҡараусылар, репетиторҙар, сирлене тәрбиәләүселәр, ваҡ кәсепселәр) махсус ҡушымта ярҙамында килемдән һалым түләргә тейеш. Ошо хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Физик берәмектәргә хеҙмәт күрһәткәндәргә 3 процентлыҡ пошлина һалына. Юридик берәмектәр менән эшләгәндәр 6 процентлыҡ һалым түләргә бурыслы.
Был йыйымдар үҙенә эшләгән граждандарҙың бюджетҡа күсермәгән НДФЛ һәм страховка иғәнәләрен алмаштырыуға йүнәлтелгән.
Властар рәсми булмаған мәшғүллектән юғалтыуҙы 500 миллиард һумға баһалай. 2017 йылға тиклем шәхси эшҡыуар булып теркәлеү ошондай граждандарға рәсми майҙанға сығыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек ине. Былтыр хөкүмәт уларға шәхси эшҡыуарлыҡты теркәү урынына патенттар һатып алырға һәм бер үк ваҡытта 2019 йылға тиклем һалым каникулдары иғлан итергә тәҡдим итеп, күләгәнән сығарырға маташты. Ләкин ярты йыл эсендә 964 кеше генә теркәлде, тип хәбәр итте Федераль һалым хеҙмәте.
Үҙенә эшләгән кеше эшен рәсмиләштергән осраҡта, хеҙмәттәренең хаҡы артыр һәм ахыр сиктә клиенттарға һәм яллаусыларға түләргә тура килер, моғайын, тип билдәләй эксперттар.
http://www.bashinform.ru/news/1179105-nalog-dlya-samozanyatykh-protestiruyut-v-chetyrekh-regionakh-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика