06:20 (UTC+5), 27 Июня 2018

Башҡортостанда эш хаҡы арта

Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса номиналь эш хаҡы арта, тип билдәләнер Башстатта.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, ағымдағы йылдың апрелендә ул 32 087 һумға еткән. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда Башҡортостанда реаль эш хаҡы 108,2 процент тәшкил иткән.
2018 йылдың ғинуарында төбәктә кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын иҫәпкә алғанда уртаса эш хаҡы 30 190 һумдан ашып киткән. Уҙған йылдың ғинуарына ҡарата реаль эш хаҡы Башҡортостанда 109,1 процент тәшкил иткән.
Хеҙмәткәрҙәргә осор өсөн түләнгән уртаса номиналь эш хаҡы хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса исемлек иҫәбенә һәм осорҙа ай һанына бүленгән хеҙмәткәрҙәргә түләнгән эш хаҡы фондынан сығып иҫәпләнә.
Эш хаҡы фондына хеҙмәткәрҙәргә эшләгән ваҡыт һәм башҡарылған эш, эшләмәгән, әммә түләнгән ваҡыт (мәҫәлән, йыл һайын бирелә торған ял), дәртләндереүсе өҫтәмә түләүҙәр, премиялар һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләктәр, эш ваҡыты һәм хеҙмәт шарттары менә бәйле компенсация түләүҙәре, шулай уҡ туҡланыуға, торлаҡҡа, яғыулыҡҡа түләүҙәр өсөн аҡсалата һәм әйберләтә түләнгән суммалар инә.
Түләнгән эш хаҡына ҡануниәткә ярашлы хеҙмәткәрҙән тотоп ҡалынған һалым һәм аҡса ҡарай.
Хеҙмәткәрҙәрҙең дәүләт һәм уға ҡарамаған бюджеттан тыш фондтарҙан алған социаль пособиелары эш хаҡы фондына һәм уртаса айлыҡ эш хаҡына кермәй.
http://www.bashinform.ru/news/1179078-v-bashkirii-rastut-zarplaty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика