05:05 (UTC+5), 27 Июня 2018

«АвтоВАЗ» 7 меңдән ашыу Lada Xray автомобилен ҡайтарып ала

Известия сайты
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «АвтоВАЗ» концерны автомобиль кузовы һәм юл араһында тоташтырыу звеноһы ролен уйнаусы деталдәр, узелдар һәм механизмдар йыйылмаһында (подвеска) проблемалар сәбәпле Рәсәйҙә 7,2 меңдән ашыу Lada Xray автомобилен ҡайтарып ала. Был турала «Известия» баҫмаһы хәбәр итә, Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәткә һылтанып.
«Росстандарт» Lada Xray маркалы 7220 автомобилде ҡайтарыу буйынса саралар уҙғарыу тураһында хәбәр итә. Саралар программаһын «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте күрһәтә», — тиелә хәбәрҙә.
2017 йылдың ноябренән һатылған автомобилдәрҙә ныҡлы суйын урынына һороһонан эшләнгән боролоу йоҙроҡсаһында газ бушлыҡтары барлығы ҡайтарып алыу сәбәбе булып тора.
Белгестәр был моделдәрҙә боролоу йоҙроҡсаһының эшен тикшерә һәм кәрәк булғанда деталде алмаштыра. Ремонт бушлай башҡарыла. Ҡайтарып алынасаҡ автомобиль хужаларына хат йәки телефон аша машинаны яҡындағы дилер үҙәгенә күрһәтеү кәрәклеге хаҡында белдереү ебәрәлә.
http://www.bashinform.ru/news/1178944-avtovaz-otozval-bolee-7-tysyach-avtomobiley-lada-xray/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика