07:05 (UTC+5), 26 Июнь 2018

Төбәктә Миәкә йылғаһы аша күпер төҙөнөләр

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Миәкә районында Һыуыҡкүл-Михайловка ауылында Миәкә йылғаһы аша күпер төҙөнөләр. Ҡоролма Андреевка ауылына илткән юлдың бер өлөшө булып тора. Ошо ауылдарҙа йәшәүселәр тышҡы донъя менән тотороҡло бәйләнешкә эйә булды. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, күперҙе «Магистраль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән, уны ваҡытынан алда тамамлаған.
2018 йылда Башҡортостанда кәмендә 1200 погон метр күпер йүнәтеү күҙаллана, 2017 йылда был һан 864 погон метр тәшкил итте.
Күперҙе асыу тантанаһында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов булды. Ул район етәкселеге менән юл тармағының хәлен тикшерҙе. Боғҙан ауылында Яҡтыҡаран йылғаһы аша күперҙе, Кожай-Семеновка ауылына юлды, район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә яңы «Көньяҡ» биҫтәһендә урам-юл селтәрен ремонтлау мәсьәләләре, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыу хәле һәм штраф туҡталҡаһын урынлаштырыу өйрәнелде.
http://www.bashinform.ru/news/1178498-v-bashkirii-postroili-most-cherez-reku-miyaki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика