11:20 (UTC+5), 26 Июнь 2018

Республикала һауынсылар һәм селекционер-осеменаторҙар конкурсы үтте

БР Ауыл хужалығы министрлығы
БР Ауыл хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. Благовар районындағы Һынны һөтсөлөк-тауар фермаһында машина менән һауыу операторҙары һәм зоотехник-осеменаторҙар һөнәри оҫталыҡта ярышты.
«Бөгөн малсылыҡ аҙыҡ-түлеге етештереү килемлелегенең төп шарты – ул һөтсөлөк кеүек, ит малсылығында ла бер тигеҙ заманса технология алымдарын индереү. Бында машина менән һауыу операторының, осеменаторҙың, зоотехник-селекционерҙың роле бик мөһим. Һуңғы ваҡытта республикала малсылыҡта ыңғай үҫеш күҙәтелә: малдарҙың уңыш биреүсәнлеге, дөйөм мал башына һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу һәм тоҡомло мал өлөшө арта. Шуның менән бәйле, малсылыҡ тармағында белгестәргә һорау үҫә», — тине, конкурсты асып, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, конкурстарҙа республиканың 54 районынан 120-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар бөтәһе лә – урындағы һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре. Һөҙөмтәлә, иң күп балл йыйып, Шаран районы «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Наталья Нуриманова машина менән һауыу буйынса операторҙар араһында 43-сө Республика конкурсы еңеүсеһе булды, икенсе урында – Балтас районы «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Гөлфая Хәсбиева, өсөнсөлә – Благовар районы «Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Рәзилә Хисәметдинова.
Дәүләкән районы «Регионагро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Һәүбән Шәйхетдинов һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу буйынса операторҙарҙың 26-сы республика конкурсы чемпионы тип танылды. Ул мөмкин булған 100 балл йыйҙы. Икенсе урын Саҡмағош районы «Герой» колхозы ауыл хужалығы кооперативынан оператор Гөлшат Солтановала. Уның 99 балл. «Бронза», 98 балл йыйған, Әбйәлил районы «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы операторы Венера Кашаевала.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу менән шөғөлләнеүсе белгестәр араһында Ринат Борханов (Тәтешле районы ветеринария станцияһы) – беренсе, Софья Подшивалова (Мәләүез районы ветстанцияһы) – икенсе, Флүр Кәлимуллин (Хәйбулла районы ветстанцияһы) өсөнсө урын алды.
Республика зоотехник-селекционерҙар конкурсында Стәрлетамаҡ районынан Сергей Маганев беренсе чемпион булды, Мәләүез районынан Мансур Бикбулатов икенсе урында, Учалы районы «Байрамғол» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Илнур Ейәнғолов – өсөнсөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1178012-v-bashkirii-proshel-konkurs-doyarok-i-selektsionerov-osemeniteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика