03:45 (UTC+5), 26 Июнь 2018

Күмертау Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары рейтингын етәкләне

БР Хөкүмәте
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһындағы бөтә моноҡалалар өсөн төп рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаларының береһе тигән исемен раҫланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Рейтингты Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды төҙөгән һәм ул «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы бурыстарын үтәгәндә урындағы үҙидаралыҡ органдары эшенең әүҙемлеген һәм һөҙөмтәлелеген баһалай. Рейтинг алдынғы моноҡалаларҙың иң көслө, перспективалы яҡтарын асыҡларға һәм ошо муниципалитеттарҙа тормош сифатын яҡшыртыу буйынса уңышлы проекттарҙы билдәләргә ярҙам итә.
Былтыр ҙа Күмертау тәүге ун лидер исемлегенә инде, 2018 йылда үҙенең статусын дәлилләне. Йыл ярым эсендә йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе статусында Күмертауҙа туғыҙ резидент үҙ предприятиеларын асты, ҡала халҡы өсөн 1300-ҙән ашыу эш урыны булдырҙы.
«Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы етәксеһе Ирина Макиева ҡулынан юғары награданы беренселәрҙән булып Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев алды.
Ирина Макиева билдәләүенсә, Күмертауҙағы май етештереү заводы өлгөлө инвестиция проекттарының береһе булып тора.
«Был хөкүмәттең, инвесторҙың һәм үҫеш институтының үҙ-ара һөйләшеп эш итеү өлгөһө», — тип белдерҙе ул.
http://www.bashinform.ru/news/1178129-kumertau-vozglavil-reyting-luchshikh-monogorodov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика