Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июнь 2018, 14:09

«Өфө» индустриаль паркында Ҡытай резиденты барлыҡҡа килеүе ихтимал

lovedbyparents.com
lovedbyparents.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Ҡытайҙың шәхси гигиена сараларын етештергән Sunkiss Healthcare компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып бара. Корпорациянан хәбәр итеүҙәренсә, «Өфө» индустриаль паркында завод төҙөү буйынса инвестиция проекты ҡарала.
Sunkiss Healthcare (Zhejiang) Co. Ltd 1999 йылда ойошторолған, 2008 йылдан Азияла, Европала, Африкала үҙенең селтәрен әүҙем киңәйтә.
Компания төрлө сауҙа маркалары аҫтында өлкәндәр һәм балалар, пациенттарҙы тәрбиәләү өсөн шәхси гигиена саралары, шулай уҡ ветеринария өсөн гигиена саралары етештерә. Инвестиция проектының параметрҙары әлегә хәбәр ителмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1178208-v-industrialnom-parke-ufimskiy-mozhet-poyavitsya-kitayskiy-rezident/
Читайте нас: