12:38 (UTC+5), 26 Июня 2018

Башҡортостан 2020 йылда ер һөрөү буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итә

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканы 2020 йылда ер һөрөү буйынса донъя чемпионатын уҙғарыуға дәғүәсе булараҡ таныштырҙы.
Башҡортостан менән таныштырыу сараһы Владимир өлкәһенең Суздаль ҡалаһында уҙҙы, быйыл унда ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең етенсе асыҡ чемпионаты һәм ер һөрөү буйынса 35-се Европа чемпионаты ойошторолдо.
Вице-премьер презентация ваҡытында республиканың һөт, ит, бал, ҡымыҙ етештереү, йылҡы, шулай уҡ эре малдар һаны буйынса алдынғы урынды биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дөйөм алғанда, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса Башҡортостан ышаныслы рәүештә Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә.
Төбәктә ауыл хужалығын техник һәм технологияк яҡтан йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленә. 2011 йылдан Башҡортостанда машина-трактор паркын яңыртыуҙа ауыл хужалығы тауарҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең комплекслы программаһы эшләй.
Бынан тыш, республиканың халыҡ-ара сараларҙы ойоштороу һәм уҙғарыу йәһәтенән яҡшы тәжрибәһе бар.
2015 йылда VII БРИКС саммиты һәм Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы саммиты үтте. Былтыр Башҡортостан 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялар федерацияһының 47-се конгресын уҙғарыуға хоҡуҡ алды. Йыл һайын төбәктә «Агрокомплекс» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһе һәм «Һөт иле» фестивале ойошторола.
«Уҙған йылда Башҡортостан ер һөрөү буйынса VI Рәсәй асыҡ чемпионатын ҡабул итте. Республика 2020 йылда ер һөрөү буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу өсөн лайыҡлы майҙансыҡ булыр тигән ышаныс бар», — тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.
http://www.bashinform.ru/news/1178419-bashkiriya-pretenduet-na-provedenie-chempionata-mira-po-pakhote-2020/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика