Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июнь 2018, 13:21

Хеҙмәт министрлығы 2019 йылда пенсионерҙарҙың күпме аласағын иғлан итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Киләһе йылда пенсияның уртаса күләме 15,4 мең һумға етә. Хеҙмәт министрлығы башлығы Максим Топилин «Известия» гәзитенә биргән интерьвюһында ошо хаҡта хәбәр итте.
2019 йылда эшләмәгән пенсионерҙың пенсияһына өҫтәмә айына яҡынса мең һум йәки йылына 12 мең һум тәшкил итергә тейеш. Ағымдағы йылдың аҙағына, Топилин һүҙҙәренсә, пенсияларҙың күләме 14 мең 414 һумға тиклем арта.
«Берәүҙәрҙең пенсияһы күберәк, икенселәрҙең аҙыраҡ, сөнки һәр кешенең пенсия күләме төрлөсә. Мин уртаса пенсияларҙан сығып һүҙ йөрөтәм, — тине министр. — Әгәр бер ни ҙә эшләмәһәк, пенсия системаһы параметрҙарын үҙгәртмәһәк, пенсия йәшен арттырмаһаҡ, пенсия системаһының федераль ҡаҙнанан алынған страховка иғәнәләре һәм трансферттар иҫәбенә ресурстары һәм мөмкинлектәре юҡ, шуға күрә эксперттар, төрлө профессиональ төркөмдәр тикшергән ҡарарҙы ҡабул иттек. Был — берҙән-бер сығыу юлы».
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәшен һигеҙ йылға оҙайтыуҙары хаҡында һөйләгәндә, Максим Топилин бының ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҙаҡ йәшәүе менән бәйле булыуын аңлатты.
http://www.bashinform.ru/news/1177662-mintrud-obyavil-skolko-budut-poluchat-pensionery-v-2019-godu/
Читайте нас: