Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июнь 2018, 09:20
Өфөләрҙе төҙөлөш вакансиялары йәрминкәһенә саҡыралар
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 28 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөш өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәргә инженер, автоэлектрик, бетонсы, водитель, урам һепереүсе, ташсы, маляр, кран машинисы, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, слесарь, токарь һәм башҡа һөнәр вакансиялары тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1176569-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-stroitelnykh-vakansiy/
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
төҙөлөш
Читайте нас: