06:15 (UTC+5), 22 Июнь 2018

1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙың яңы схемаһы эшләй башлай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙың яңы схемаһы эшләй башлай. Граждандар аҡсаһын туранан-тура төҙөүсегә түгел, ә банк аша бирә ала. Аҡсаларҙы махсус иҫәпкә йүнәлтәләр һәм уны төҙөлөш тамамланғансы «туңдыралар». Девелоперҙар проект хаҡынан 85 процентҡа тиклем күләмдә кредит ала, шул уҡ ваҡытта өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре буйынса фатирҙар һата. Төҙөлөш тамамланғас төҙөүсе өлөшсөләрҙең аҡсаһын ала йәки уның менән банктан алған бурысын ҡаплай.
Был механизм Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса өлөшләтә төҙөлөштән баш тартыу сиктәрендә әҙерләнгән. Күсмә осорға өс йыл бүленгән.
2018 йылдың 1 июленән уҡ девелоперҙар банк оҙатыуына ирекле күсә ала. Эре кредит ойошмалары яңы схема буйынса эшкә әҙерләнгән, тип хәбәр итә «Известия».
Баҫма һорау алған белгестәр фатирҙар алдағы йыл ярымда 10-15 процентҡа ҡиммәтләнер, ә төҙөүселәрҙең кәмендә яртыһы баҙарҙан китер тип иҫәпләй.
http://www.bashinform.ru/news/1176498-v-rossii-s-1-iyulya-nachinaet-rabotat-novaya-skhema-prodazhi-zhilya/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика