11:41 (UTC+5), 21 Июня 2018

Республика Хөкүмәте министрлыҡ һәм ведомство бухгалтерияларын ҡыҫҡартырға йыйына

ru.depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостан Хөкүмәте ҡайһы бер министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа бухгалтерия бүлектәрен ҡыҫҡартырға йыйына. Уларҙың функциялары 2017 йылдың авгусында асылған «Финанс иҫәп-хисап ҡағыҙҙары үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырыла. Киң мәғлүмәт саралары Министрҙар кабинеты документтарына һылтанып хәбәр итеүенсә, туғыҙ министрлыҡ һәм дәүләт комитеты, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Экология министрлыҡтары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Ветеринария идаралығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 20 июнгә тиклем бухгалтерия функцияһын дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырырға тейеш ине.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Дәүләт архивы быны 20 июлгә ҡәҙәр башҡарырға бурыслы. Ауыл хужалығы министрлығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы – 1 сентябргә тиклем. Финанс министрлығына хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартылыуына бәйле ведомство бухгалтерияларын тәьмин итеүгә бюджет сығымдарын иҫәпләү йөкмәтелә.
«Иҫәп-хисап процесын үҙәкләштереү һәм бер системаға килтереү власть органдары һәм учреждениеларҙың финанс, бухгалтерия хеҙмәттәре эшендә ҡабатлаусы функцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта Вологда, Ярославль, Пенза өлкәләрендә иҫәп-хисапты үҙәкләштереү өлкәһендә тәжрибә бар», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Финанс министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1176459-pravitelstvo-bashkirii-planiruet-provesti-sokrashcheniya-v-bukhgalteriyakh-ministerstv-i-vedomstv/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика