Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.88
-1.32
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2018, 15:02

Социаль селтәрҙәрҙә пенсия йәшен арттырыу тураһында роликты тикшерәләр

shutterstock.com
shutterstock.com
Рәсәйҙә 46,5 миллион пенсионер йәшәй (халыҡтың дөйөм һаны - 146,8 миллион). Пенсионерҙарҙың 25% эшләүен дауам итә. Пенсияға етеү йәшен күтәреү — ҡотолғоһоҙ сара, тип иҫәпләй иҡтисадсылар. Ул ғына пенсионерҙарҙың тормошон яҡшырта ала. Реформа башында пенсияны йылына мең һумға арттырыу күҙ уңында тотола. Һөҙөмтәлә пенсия эш хаҡынан 40% кәм булмаҫҡа тейеш.
Рәсәй Европа һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән иң һуңғыларҙан булып пенсия йәшен күтәрә, был ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған ваҡытта эшләнә (2030 йылға ул 80 йәшкә етергә тейеш). Быға тиклем пенсия йәше 62 йыл дауамында үҙгәрмәне.
Хәҙер күпселек ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар пенсия йәшенә еткәс тә эшләүен дауам итергә әҙер, ләкин йыш ҡына эш биреүселәр уларҙы пенсияға сығырға «мәжбүр итә» йәки 45 йәштән өлкәндәрҙе эшкә алмай, тип билдәләй ролик авторҙары.
Тәүгеләрҙән булып реформаға 1959 йылғы ир-егеттәр һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар эләгә. Улар пенсияға бер йылға һуңыраҡ сыға — 2020 йылда 61 һәм 56 йәштә.
1960 йылғы ир-егеттәр һәм 1965 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар пенсияға 2022 йылда – 62 һәм 57 йәштә сыға ала.
1961 йылғы ир-егеттәр һәм 1966 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2024 йылда 63 һәм 58 йәштә.
1962 йылғы ир-егеттәр һәм 1967 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2026 йылда 64 һәм 59 йәштә.
1963 йылғы ир-егеттәр һәм 1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2028 йылда 65 һәм 60 йәштә.
1969 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар — 2030 йылда 61 йәштә, 1970 йылғылар — 2032 йылда 62 йәштә, 1971 йылғылар 2034 йылда 63 йәштә хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә була.
Пенсиялағыларға реформа ҡағылмай. Шулай уҡ пенсия льготалары ла үҙгәрмәй. Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомство яңы законды тулы күләмдә башҡарырға әҙер. «Яңы закон әле пенсия алған пенсионерҙарға ҡағылмай. Республикабыҙҙа уларҙың һаны — 1 миллион 200 мең. Беҙҙең айлыҡ сығымдар 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Һуңғы 15 йылда беҙҙә пенсия түләү буйынса өҙөклөктәр булманы, Башҡортостанда бурысыбыҙҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәйбеҙ. Өлкән йәштәгеләргә борсолорға кәрәкмәй, улар артабан да бөгөнгө кеүек үк пенсия алыуын дауам итә. Эшләгәндәр пенсия фондына күсерелгән түләүҙәрҙе алырға тейеш. Төҙәтмәләрҙе һәм пенсияны яңынан иҫәпләүҙе беренсе августа ғәмәлгә ашырабыҙ, был автоматик режимда башҡарыла», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
http://www.bashinform.ru/news/1175045-v-sotssetyakh-obsuzhdayut-rolik-o-povyshenii-pensionnogo-vozrasta/
Читайте нас: