Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2018, 13:31

Өфөләрҙе сәнәғәт вакансиялары йәрминкәһенә саҡыралар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 21 июндә Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе була.
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — инженер, водитель, йөксө, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь-ремонтлаусы, токарь, тракторсы һәм башҡалар.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1174259-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-promyshlennykh-vakansiy-/
Читайте нас: