07:52 (UTC+5), 14 Июня 2018

Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар бүлеү башланды

fruitnews.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар бүлеү башланды. Республика Ауыл хужалығы министрлығында махсус комиссия дәғүәселәрҙең бизнес-пландарын ҡараны. Әлегә Көйөргәҙе, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәсетле райондарынан дүрт ғариза килгән. Артабан комиссия ауыл хужалығы кооперативтары урынлашҡан урындарға бара һәм 20 июндән һуң ҡарар ҡабул итә, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Ошо көндәрҙә республика хөкүмәте граждандар башланғысына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы үҫтереү өсөн грант биреү тәртибен раҫлаусы ҡарар сығарҙы.
Гранттың суммаһы 3 миллион һумға тиклем тәшкил итеүе ихтимал, сумманың 9% ашыуын кооператив үҙе берлектә финансларға тейеш. Республикала килем килтереүсе проекттарға булышлыҡ итеүгә йыл һайын яҡынса 400 миллион һум бүлеү күҙаллана. Федераль бюджет проекттарға 100 мең һумға тиклем сумма менән ярҙам итергә әҙер.
Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өсәү иҫәбенә инә. Әлеге мәлдә 304 ауыл биләмәһе ауыл хужалығы кооперацияһында ҡатнашырға теләк белдергән. 2020 йылға республикала 450 кооператив эшләргә тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1173457-v-bashkirii-nachali-raspredelyat-granty-selkhozkooperativam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика