01:00 (UTC+5), 14 Июня 2018

Бөгөн Дәүләт Думаһына пенсия йәшен арттырыу тураһында закон индерелә

mospromstroy.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Хөкүмәттең пенсия йәшен арттырыу тураһындағы закон проектын бөгөн индереүҙәре ихтимал, тип белеп ҡалған «Ведомости» баҫмаһы. Һүҙ иң ҡаты вариант – пенсияға ирҙәрҙең 65 һәм ҡатындарҙың 63 йәштән сығыуы хаҡында бара. Сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, министрҙар кабинетының финанс-иҡтисади һәм социаль блоктары араһында бөтә килешмәүсәнлектәр тиерлек яйға һалынған инде. Хөкүмәт Финанс министрлығы сценарийы буйынса 2019 йылдан башлап, йыл һайын берешәр йыл арттырырға тәҡдим итеүе мөмкин. Бынан тыш, Дәүләт Думаһында фекер алышҡанда арттырыу тиҙлеге буйынса ыңғай килерҙәр һәм, бәлки, пенсияға сығыуҙың аҙаҡҡы йәшен билдәләрҙәр.
Закон проектын бөгөн ҡарауға индерһәләр, Дәүләт Думаһы уны киләһе сессияла ғына ҡабул итә ала. Әлегенең аҙағына тиклем – тик беренсе уҡыуҙа ғына, сөнки проектты таратыуға ҡағиҙәләр буйынса бер ай бирелә, тип билдәләй федераль баҫма белгестәре.
http://www.bashinform.ru/news/1173098-zakon-o-povyshenii-pensionnogo-vozrasta-postupit-v-gosdumu-14-iyunya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика