06:30 (UTC+5), 13 Июня 2018

Сибайҙа автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыла

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибайға эш сәфәре барашында ошо ҡалала автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөлөшө менән танышты. Уның етештереүсәнлеге йылына 6,7 миллион кубометрға етер һәм тәүлегенә 270 автомобиль ҡабул итер тип күҙаллана. Объектты март айында төҙөлә башланы, сентябргә файҙаланырға тапшырыу ҡаралған.
«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Павел Романенков билдәләүенсә, Сибайҙағы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы – газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса республика программаһы сиктәрендә булдырырға күҙалланған алтауҙың беренсеһе. Ҡалған бишәүһен Дүртөйлөлә, Өфөлә, Нефтекамала, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында төҙөү планлаштырыла. Шул рәүешле Башҡортостанда автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының дөйөм иҫәбе 20-гә етә.
- Беҙ әле лә Рәсәйҙә транспортты газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса алдынғы, ҡыуып етә алмаҫлыҡ булабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы төбәктә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен үҫтереү буйынса артабанғы пландарҙы, шулай уҡ төҙөгән саҡта республика етештереүселәренең компрессор ҡоролмаларын файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
1 из 3
http://www.bashinform.ru/news/1172419-novaya-agnks-v-sibae-budet-vvedena-v-sentyabre/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика