05:35 (UTC+5), 09 Июня 2018

«Ютэйр» авиакомпанияһы 2019 йылдағы Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми ташыусыһы булды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Ютэйр» авиакомпанияһы 2019 йылда Өфөлә үтәсәк LIII Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми ташыусыһы булды. Тейешле килешеүгә кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында компанияның генераль директоры Андрей Мартиросов һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев ҡул ҡуйҙы.
Авиакомпания етәксеһе менән осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов ошо ҙур сараны уҙғарғанда берләгәп эшләүҙең мөһимлеген айырып әйтте.
- Киләһе 2019 йылда беҙҙә Халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Ҡатнашыусылар һаны – 2 мең самаһы кеше, бәлки, бер аҙ күберәк. Илдәр иҫәбе – 35-40, бәлки, бер аҙ күберәк, – тине республика Башлығы. – Беҙ үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек тәҡдим итәбеҙ. Матди яҡтан ул бер ниндәй өҫтәмә ҙур сығымдар талап итмәй тиерлек. Был йәһәттә һеҙҙең компания менән бергә эшләргә теләйбеҙ.
Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң Андрей Мартиросов журналистарға эштең үҙенсәлектәрен асып бирҙе.
- Беҙ ысынлап та республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән «Ютэйр»ҙың киләһе йылда Өфөлә балалар уйындарын уҙғарыуға ярҙам итеүе тураһында килешеү төҙөнөк, – тине авиакомпанияның генераль директоры. – Беҙ ташыуҙар, беҙҙең борт журналында, интернет мәғлүмәт сараларында махсус реклама мөмкинлектәрен күрһәтеү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килештек. Шуға беҙ был эшкә бик әүҙем тотонорбоҙ һәм балалар уйындарына булышлыҡ итербеҙ тип уйлайым.
- Беҙгә донъяның 35 иленән, Рәсәй Федерацияһының кәмендә 30 ҡалаһынан ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Был командалар ҡалаларҙан булғас уларҙың бюджеты сикле булыуы аңлашыла, – тип аңлатты Азат Фазлыев. – Беҙҙең бөгөнгө килешеү нәҡ күпселек Рәсәй спортсыларына килеү мөмкинлеге бирә. Әле «Ютэйр» Өфөнән Рәсәйҙең биш ҡалаһына оса, бөгөн өйрәнелгән программа тормошҡа ашырылһа, ҡалалар һаны икеләтә артасаҡ. Йәғни Өфө ысынлап ил эсендәге хабҡа әйләнә. Бының өсөн, алдан әйтелгәнсә, бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар.
http://www.bashinform.ru/news/1171604-aviakompaniya-yuteyr-stala-ofitsialnym-perevozchikom-mezhdunarodnykh-detskikh-igr-2019-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика