06:30 (UTC+5), 09 Июнь 2018

Сибайҙа «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумы асылды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Сибайҙа бөгөн, 9 июндә, «Урал аръяғы-2018». Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы асылды. Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары һәм проблемалары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү һәм яңы предприятиелар асыу тураһында диалог ойошторолған.
Форум эшендә 300-ҙән ашыу делегат – федераль һәм төбәк власть органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, ғилми үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү институттары вәкилдәре ҡатнаша.
Сара программаһында пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ һабан байрамында ҡатнашыу һәм агротуризмды, ваҡиғалар туризмын һәм этнотуризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған.
Калуга өлкәһенең Аграр һәм ауыл туризмы ассоциацияһы президенты, Рәсәй Халыҡ-ара туризм академияһы профессоры Василий Макашин форумдың әһәмиәтен юғары баһаланы: «Бындай саралар үҫеш идеяһына булышлыҡ итә, сифатлы күтәрелеш әҙерләй. Бында республика ил, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә алға китһен өсөн барлыҡ уй-фекерҙәр туплана. Республика лидерының, башҡа өлкә губернаторҙарының ҡатнашыуы форумдың статусы юғары булыуы хаҡында һөйләй, был башҡа төбәктәр менән иҡтисади бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә һәм иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Яҡшы һөйләшеү һәм яҡшы һөҙөмтә булыр тип ышанам».
Әле интернетта форумдың пленар ултырышынан тура трансляция бара.
http://www.bashinform.ru/news/1171763-v-sibae-otkrylsya-ekonomicheskiy-forum-zaurale-2018-/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика