02:00 (UTC+5), 09 Июнь 2018

Рөстәм Хәмитов «Ютэйр» компанияһы етәксеһе Андрей Мартиросов менән авиаташыуҙар үҫешен тикшерҙе

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ЮТэйр» авиакомпанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Өфө» халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге ҡатнашты.
Яҡтар Өфө аэропортынан халыҡ-ара һәм төбәк-ара авиаташыуҙарҙы үҫтереү, һауа судноларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
- «Ютэйр»ҙың республикабыҙҙа һәйбәт эшләүен күрәбеҙ. Ташыуҙар күләме – тейешле кимәлдә. Компанияның, иң ҡатмарлы осорон үткәреп, хәҙер аяҡҡа баҫып килеүен аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шуның менән бәйле һеҙгә лә, беҙгә лә файҙалы булһын өсөн тағы бер нисә уртаҡ хеҙмәттәшлек варианттарын тәҡдим итергә әҙербеҙ. Атап әйткәндә, «Өфө» аэропортынан башҡарылған яңы Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара маршруттарҙың иҫәбен арттырыу. Һис шикһеҙ, беҙ бының менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Шул рәүешле сығымдарҙың бер өлөшөн үҙебеҙгә алабыҙ, был рейстарҙы субсидиялайбыҙ.
Республика Башлығы төбәк-ара ғына түгел, шул иҫәптән Европа һәм Көнсығыш илдәренә халыҡ-ара ташыуҙарҙы үҫтереүҙе өйрәнергә тәҡдим итте. Кешеләр сит илгә самолеттан-самолетҡа күсеп осорға мәжбүр булғанда, бөгөнгө хәл, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шул иҫәптән республикалағы бизнес үҫешен тотҡарлай.
- Тағы ла бер мәсьәлә – ул беҙҙә, «Өфө» аэропортында ремонт базаһын үҫтереү. Беҙ һеҙҙең менән алты-ете йыл бергә авиация техникаһын ремонтлау ангарын ҡулланабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шулай ҙа был мәсьәләгә ҡайтанан ҡайтыу, бындай хеҙмәттәшлек төрөн киңәйтеү мөмкинлеген ҡарау кәрәклеге бар тип уйлайым. Йә «Өфө» аэропорты биләмәһендә яңы етештереү урындары төҙөү һәм артабан уларҙы һеҙгә ҡуртымға биреү юлы менән. Йә иһә уларҙы бергәләп йүнәтеп һәм авиация техникаһын ремонтлау өсөн ҡулайлаштырып, әле булған ҡеүәттәр менән файҙаланырға.
Авиакомпанияның генераль директоры «Ютэйр»ҙың республикала етештереү ҡеүәттәрен уңышлы үҫтереүен хәбәр итте. Бөгөн бында персонал иҫәбе 600 кешегә тиерлек етә. Ул инженер-техник, осош составы, бортпроводиниктар. Компания төбәктәге юғары уҡыу йорттары менән юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү йәһәтенән әүҙем эш алып бара, йәштәр өсөн эш урындары булдыра.
Өфөлә авиация техникаһын хеҙмәтләндереү буйынса илдәге иң ҙур техник үҙәктәренең береһе урынлашҡан. Былтыр бында 200 меңгә яҡын техник хеҙмәтләндереү норма-сәғәте үтәлгән, ә быйылғы йылдың дүрт айында – 80 мең инде.
- Һеҙҙең башланғысығыҙ буйынса «Өфө» аэропортында ҡабул ителгән һуңғы ҡарарҙар республиканың баш ҡалаһын ҙур төбәк үҙәктәре менән бәйләгән осоштарҙы етди рәүештә арттырырға мөмкинлек бирҙе. Шуның менән Өфөлә транспорт үҙәге булдырыу буйынса программаға нигеҙ һалынды, – тине Андрей Мартиросов. – Беҙҙең бындағы, Өфөләге үҫешеүебеҙ – ул республикала уңайлы инвестиция мөхите булыуға яҡшы дәлил.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ютэйр» Рәсәйҙең тәүге биш авиаташыусыһына инә. Авиакомпания 150 йүнәлеш буйынса оса, уларҙың 60-тан ашыуы менән «Ютэйр»ҙың пассажирҙары ғына ҡуллана ала. Былтыр «Ютэйр» тармаҡта теүәллек буйынса алдынғы булды – рейстарҙың 98,8 проценты расписание буйынса башҡарылды.
1 из 2
http://www.bashinform.ru/news/1171421-rustem-khamitov-obsudil-razvitie-aviaperevozok-s-glavoy-kompanii-yuteyr-andreem-martirosovym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика