Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июнь 2018, 15:10

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырылған»

Динар Кәлимуллин
Динар Кәлимуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн яҡшы, ысын шарттар булдырылған. Аңлашыла, әлегә картина идеаль түгелдер ҙә, бәлки, ләкин система ярайһы уҡ ҙур, һәм ул эшләй башлаһын, уға импульс биреү өсөн ваҡыт кәрәк», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында.
Уның әйтеүенсә, «беҙ ваҡытты бушҡа уҙғармайбыҙ».
«Ысынында заманса ҡануниәт булдырылған, кесе, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары эшләй. Бөгөн беҙ эшләү өсөн һәйбәт, тотороҡло шарттар тыуҙырҙыҡ. Республикабыҙ ныҡ. Беҙҙә финанслау һәм эшҡыуарлыҡ, яңы төҙөлөштәр күҙлегенән мөмкинлектәр яҡшы. Ауыл хужалығы ла, торлаҡ төҙөлөшө лә тотороҡло үҫеш күрһәтә. 2006 йылдан 5,5 миллион квадрат метр төҙөлгән».
Рөстәм Хәмитов социаль өлкә тураһында һөйләгәндә уның үҫешеүен билдәләне.
«Хеҙмәт хаҡы арта. Уҙған йылда эш хаҡы буйынса сикте — 30 мең һумды үттек. Әле ныҡлап 31 мең һумға еттек. Бының уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбән булыуы аңлашыла, ләкин Рәсәйҙе нефть һәм газ сығарыусы төбәктәр күтәрә. Хәйер, беҙҙә лә нефть бар, әммә ул Себер йәки Төньяҡ төбәктәрҙәге кеүек ҙур роль уйнамай», — тине Башҡортостан Башлығы.
Ул шулай уҡ ҡайһы бер муниципалитеттарҙа кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң бик яҡшы үҫеүен билдәләп үтте.
«Бөгөн беҙҙә 140 мең эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Эшлекле әүҙемлек индексы уртаса — 60,7 пункт, был — Рәсәйҙең тикшереү үткәрелгән 50-ләп төбәктәре араһында беренсе урын. Ләкин беҙ башҡа төбәктәрҙең дә беренсе урын өсөн көрәшеүен аңларға тейешбеҙ. Кесе эшҡыуарлыҡ үҙенең икенсе үҫеш варианттарын күрһәтергә тейеш икәнен аңлайбыҙ. Беҙгә алдағы 3-4 йылда эшҡыуарлыҡта мәшғүл халыҡтың өлөшөн — 32-33%, ә тулайым төбәк продуктын 36-37% еткерергә кәрәк. Бөгөн был һан 30 процентҡа яҡын. Инститтутар булдырылған, ярҙам күрһәтәбеҙ һәм беҙҙең, шәхсән үҙем өсөн кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше, эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшләүе бик мөһим фактор булып тора», — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1171995-rustem-khamitov-v-bashkortostane-sozdany-khoroshie-dobrotnye-usloviya-dlya-vedeniya-biznesa/
Читайте нас: