06:40 (UTC+5), 07 Июня 2018

Республикала 100 иң яҡшы йортто бүләкләнеләр

БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында 2017 йыл өсөн «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти оҙатыу буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға» республика конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына 16 муниципалитеттан 138 күп фатирлы йорт буйынса материалдар тапшырылған. Иң яҡшы күп фатирлы йорт исеменә дәғүәселәр ишек алдын биҙәү һәм уны таҙа тотоу, конструкция элементтарының, баҫҡыс майҙансыҡтарының, инженер селтәрҙәренең һәм йорттоң алғы яғының техник торошо, дөйөм ҡулланыу урындарын энергияны һаҡсыл ҡулланыу технологиялары ярҙамында яҡтыртыу, инвалид һәм аҙ хәрәкәтле кешеләрҙең хәрәкәте өсөн ҡулайламалар барлығы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, йорт тирәһен биҙәү һәм уны таҙа тотоу критерийҙары буйынса баһаланды.
Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Ул йортто һәм дөйөм мөлкәткә ингән ер участкаһын тәртиптә тотоуға тотонола. Шулай уҡ ошо сумманың иң күбендә 10 процентын күп фатирлы йорт рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп түләүгә йүнәлтергә мөмкин.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти оҙатыу буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға» конкурста киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм редакциялары тәҡдим иткән 56 материал ҡатнашты. Алты номинацияһының һәр ҡайһыһында еңеүсе республика Хөкүмәте дипломын һәм 50 мең һум күләмендә премия алды.
http://www.bashinform.ru/news/1170375-v-bashkirii-nagradili-100-luchshikh-domov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика