11:51 (UTC+5), 07 Июня 2018

Рәсәй Президенты бензинға хаҡ артыуға асыҡлыҡ индерҙе

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 7 июндә «тура бәйләнеш» барышында бер водитель Рәсәй Президенты Владимир Путинға яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы тураһында видеоһорау ебәргән. Уның һүҙҙәренсә, соляркаға хаҡ 45 һумға тиклем күтәрелгән — был хәлгә түҙерлек түгел.
Рәсәй хөкүмәте ошо проблеманы хәл итеү өсөн саралар күрҙе һәм хаҡтарҙың артыуына юл ҡуйырға ярамай, тип яуапланы дәүләт башлығы.
«Был — энергия ресурстары өлкәһендә дөрөҫ булмаған көйләү һөҙөмтәһе ул, — тине Владимир Путин. — Бензин һәм дизель яғыулығы буйынса акцизға хаҡ кәметелде, акциздарҙы арттырмаҫҡа хәл ителде, көҙгә баҙарҙағы хәлде яйға һалыу йәһәтенән саралар күреү күҙаллана».
Рәсәй президенты ил хөкүмәтен һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтте ошо мәсьәләне күҙәтеп барырға саҡырҙы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, майҙа Башҡортостанда бензиндың хаҡы алты тапҡырға артты.
http://www.bashinform.ru/news/1170756-rost-tsen-na-toplivo-nedopustim-prezident-rossii-prokommentiroval-rost-tsen-na-benzin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика