06:40 (UTC+5), 06 Июня 2018

Төбәктә «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсының бүләк фондын ике тапҡыр арттырҙылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсының бүләк фондын ике тапҡыр арттырҙы. 2018 йылда ул 10 миллион һум була, ул призер-йорттарҙың һанын 50-нән 100-гә тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе. Был турала Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Иң яҡшы күп фатирлы йортҡа республика конкурсы 2013 йылдан уҙғарыла. Ағымдағы йылда республиканың 16 муниципалитетынан 138 ғариза килгән. Комиссия эшенең һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнгән дә инде. Иң яҡшы йорттар 100-шәр мең һум ала.
Бүләк фонды күп фатирлы йортто һәм ошо йорттоң дөйөм мөлкәтенә ингән ер участкаһын тәртиптә тотоуға йүнәлтелергә тейеш. Милек хужаларының дөйөм йыйылышы ҡарарына ярашлы, алынған аҡсаның 10 процентына тиклем күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия сифатында түләнә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1169969-v-bashkirii-uvelichili-v-dva-raza-prizovoy-fond-respublikanskogo-konkursa-luchshiy-mnogokvartirnyy-d/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика