10:54 (UTC+5), 06 Июня 2018

Республикала «Йорт өсөн комплект» проекты 4 меңгә яҡын ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итер тип күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Йорт өсөн комплект» проекты йәнә һигеҙ йылға оҙайтылды. Республика Министрҙар кабинеты Президиумы ултырышында «2018-2025 йылдарға буранан йәки пиломатериалдар менән брустан, шулай уҡ башҡа төҙөлөш материалдарынан йорт комплекттарын әҙерләү һәм килтереү тураһында» ҡарар проекты ҡабул ителде.
Республикала «Йорт өсөн комплект» 2011 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Уның асылы ауыл ерендә йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә льготалы займ биреүгә ҡайтып ҡала. Льготалы займ 300 мең һумға тиклемге суммаға 5% процент ставкаһы менән биш йылға бирелә.
«Проектты тормошҡа ашырыу 4000-дән ашыу мохтаж ғаиләне йорт өсөн комплекттар менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә», – тип билдәләне Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.
Был ҡарар «Йорт өсөн комплект» проектын һигеҙ йылға оҙайта. Әле проектта республиканың муниципаль райондарында йәшәүселәр ҡатнаша, улар араһында — бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре: уҡытыусылар, табиптар, агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре, йәш ғаиләләр.
http://www.bashinform.ru/news/1169859-v-bashkirii-proekt-domokomplekt-obespechit-zhilyem-poryadka-4-tysyach-semey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика