08:20 (UTC+5), 06 Июнь 2018

Монополияға ҡаршы хеҙмәт белгестәре бензинға хаҡтарҙы кәметеү юлын тапты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡтарҙы һәм тапшырма күләмдәрен тотороҡландырыу өсөн проект әҙерләне. «Известия» хәбәр итеүенсә, нефтселәргә биржала мотлаҡ яғыулыҡ һатыу күләмдәрен арттырырға ниәтләнәләр.
Яңы талаптар тәү сиратта Рәсәйҙә эре нефть етештереү заводтары булған компанияларға тарала.
Нефтселәр ғәмәлдәге нормаларҙы һирәк боҙа, әммә йыш ҡына хаҡтар менән манипуляция яһай, ҡапыл тапшырмаларҙы минималь сиктәргә тиклем кәметеп, тип билдәләне белгестәр. Хәҙер улар биржала һатыу күләмдәрен Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт һәм Энергия министрлығы менән раҫланған нормативтарҙан кәметмәй тоторға тейеш: бензин өсөн дөйөм һатыу күләменән 10 процент һәм дизель яғыулығы өсөн – 5 процент. Яғыулыҡ менән тәьмин итеүселәрҙе был минимумды бензин өсөн 15 процентҡа тиклем һәм дизель яғыулығы өсөн 7,5 процентҡа саҡлы күтәрергә мәжбүр итәләр. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт башҡа яғыулыҡ төрҙәренә лә сикте күтәрергә тәҡдим итә — авиакәрәсинде (10-дан 15 процентҡаса), мазутты (2-нән 3 процентҡаса) һәм шыйыҡландырылған газды (5-тән 7,5 процентҡаса).
Әгәр нефтселәрҙең күбеһе биржа аша һатыуҙы арттырыуға ҡаршы сыҡһа, былай ҙа ғәмәлдәге нормативтарҙы арттырып үтәгәндәрен белдереп, «Роснефть» Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт яҡлы сығыш яһай һәм биржа аша һатыуҙы арттырыуҙы хуплай.
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт тәҡдим иткән үҙгәрештәр Энергия министрлығы менән 2015 йылда ҡул ҡуйылған биржала минималь яғыулыҡ һатыу күләмдәре тураһындағы берләштерелгән приказға индерелгән, әммә монополияға ҡаршы хеҙмәт белгестәренең проекты ни тиклем тиҙ ҡабул ителеүе әлегә билдәһеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, май айында Башҡортостанда бензинға хаҡтар алты тапҡыр күтәрелде.
http://www.bashinform.ru/news/1170003-antimonopolshchiki-nashli-vykhod-dlya-snizheniya-tsen-na-benzin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика