04:10 (UTC+5), 05 Июнь 2018

Төбәктә ипотека буйынса ставка тарихи минимумын яңыртҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Май башына Башҡортостанда торлаҡ ипотека кредиттары буйынса уртаса ставка тарихи минимумын яңыртҡан һәм 2017 йылдың майындағы 11,8 процентҡа ҡаршы 9,7 процент тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Милли банкынан.
Уҙған йылдың ғинуар-апреле менән сағыштырғанда, Башҡортостан халҡына бирелгән ипотека кредиттары 1,8 тапҡырға артҡан. 2018 йылдың тәүге дүрт айында банктар республикала йәшәүселәргә бөтәһе 15,8 меңдән ашыу торлаҡ ипотека кредиты биргән.
Бирелгән ипотека кредиттарының суммаһы, 2017 йыл менән сағыштырғанда, теүәл ике тапҡырға күтәрелгән һәм 25,8 миллиард һумға еткән.
Башҡортостанда кредит биреү ваҡыты уртаса 15 йыл тәшкил итә.
Төбәктә ағымдағы йылдың 1 майына ҡарата ипотека буйынса банктар алдында заем алған кешеләрҙең дөйөм бурысы уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 26,6 процентҡа артҡан һәм 151,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ваҡыты уҙған бурыстарҙың өлөшө кәмеүен дауам итә. Май башына ул дөйөм бурыс суммаһынан 0,8 процент булған, тип билдәләнеләр Милли банкта.
http://www.bashinform.ru/news/1169034-stavka-po-ipoteke-v-bashkirii-obnovila-svoy-istoricheskiy-minimum-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика