11:41 (UTC+5), 05 Июня 2018

Республика Ауыл хужалығы министрлығы фермерҙар өсөн грант алыусыларҙы һайлай

youtube.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында конкурс комиссияһы яңы эш башлаған фермерҙар һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү өсөн грант алыусыларҙы һайлай. Комиссия 5-8 июндә эшләй. Быйыл ведомствоға 185 ғариза килгән. Программа шарттарына тап килгән бизнес-проекттар дәүләт ярҙамын ала.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, «Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам» 90% бюджет аҡсаһы һәм 10% үҙ аҡсаңа схемаһы буйынса грант биреүҙе күҙ уңында тота. Һөт һәм ит малсылығына — 3 миллион һумға, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзәселек, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, бөртөклө һәм емеш-еләк культураларын үҫтереү, йәшелсәселек өсөн 1,5 миллион һумға яҡын аҡса бирелә.
«Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһы 60% бюджет аҡсаһы һәм 40% үҙ аҡсаңа схемаһы буйынса грант биреүҙе күҙ уңында тота. Һөт һәм ит малсылығына — 30 миллион һумға, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзәселек, ҡошсолоҡ, умартасылыҡҡа 21,6 миллион һумға ҡәҙәр аҡса бүленә.
Был программалар 2012 йылдан алып эшләй. Улар федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан финанслана. Уҙған йылда Башҡортостан фермерҙарына ярҙам күләме 1,1 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл республика ҡаҙнаһының әлеге проекттарға 300 миллион һум бүлеүе билдәле.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыл һайын 250 крәҫтиән (фермер) хужалығы асыла. Әле уларҙың һаны 6,5 меңгә яҡын (шул иҫәптән шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгәндәр).
Әгәр 2010 йылда республика крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында етештерелгән тулайым ауыл хужалығы продукцияһы 4% кәмерәк булһа, 2017 йылда күрһәткес 11% еткән. Аҡсаға әйләндергәндә, был — дөйөм 171,8 миллиардтан 18,9 миллиард һум. Түбәндәге һандар ҙа программаларҙың һөҙөмтәлелеген раҫлай: 1 һумлыҡ ярҙамға фермерҙар 17,2 һумлыҡ продукция етештергән, ә ауыл хужалығы предприятиелары 1 һумлыҡ дәүләт ярҙамын 13,9 һумға еткергән.
http://www.bashinform.ru/news/1169497-minselkhoz-bashkirii-nachal-otbirat-poluchateley-grantov-dlya-fermerov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика