Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июнь 2018, 15:35

7 июндә Өфөлә йәштәр һәм студенттар өсөн йәрминкәләр вакансияһы ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 7 июндә йәштәр һәм студенттар өсөн, шул иҫәптән йәйге каникулда ваҡытлыса эшләүҙе иҫәпкә алып, вакансиялар йәрминкәһе уҙа.
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәресә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — администратор, белгес, тәрбиәсе, бармен, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы, йыйыштырыусы һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә ки­леүселәргә мәш­ғүл­лек өлкәһендәге дәүләт хеҙ­мәттәре лә күр­һәтелә. Хеҙмәт баҙа­рындағы хәл тура­һында мәғлү­мәт, психолог кәңәше, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация алырға мөмкин.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1169408-7-iyunya-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-dlya-molodezhi-i-studentov/
Читайте нас: